Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Апрель 2022, 16:21

Ишембайҙа бикре балығы үрсетеләсәк

Яңы инвестиция проекты «Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә тормошҡа ашырыласаҡ. 

Ишембайҙа бикре балығы үрсетеләсәк
Ишембайҙа бикре балығы үрсетеләсәк

Бөгөн «Алға» махсус иҡтисади биләмәһенең эксперт советы ултырышында «БашБалыҡ» проекты хуплау алды. Компания бикре балығы үрсетеү һәм эшкәртеү менән шөғөлләнергә ниәтләй. Инвестиция күләме - 1,1 миллиард һум, 28 яңы эш урыны булдырыласаҡ.

- Рәсәй Президенты Владимир Путин эске баҙарҙы сифатлы һәм арзан аҙыҡ-түлек, шул иҫәптән балыҡ продукцияһы менән тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы. Әлеге проект ошо күрһәтмәгә ярашлы тормошҡа ашырыла. Компания бөтә тармаҡты яулап алырға һәм тотош илде балыҡ менән тәьмин итергә ниәтләй. Проект БР Үҫеш корпорацияһы менән берлектә тормошҡа ашырыласаҡ, - тип белдерә корпорация директоры Наил Ғәббәсов.

Шулай уҡ проектты тормошҡа ашырыуҙа Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы ярҙам күрһәтәсәк. Компания йылына 350 балыҡ продукцияһы һәм 10 ыуылдырыҡ етештерә аласаҡ.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: