Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Апреля 2022, 10:00

Башҡорт табиптары бик ҡатмарлы операция үткәрҙе

Башҡорт табиптары ҡот осҡос ҙур шеште алып, Беренсе канал геройҙарына әүерелде.

Башҡорт  табиптары бик ҡатмарлы операция үткәрҙеБашҡорт  табиптары бик ҡатмарлы операция үткәрҙе
Башҡорт табиптары бик ҡатмарлы операция үткәрҙе

  Туймазы районынан 24 йәшлек ҡыҙҙың түллек биҙендә яман шеш табыла. Операция яһап, уны түллек биҙе менән бергә алалар. Әммә ике йылдан һуң  шеш яңынан үҫә башлай һәм тотош эсен, ҡайһы бер органдарын  биләп алып, умыртҡа бағанаһына тиклем үтеп инә. Ҡыҙға 2 сәғәт һайын ауыртыуҙы баҫыусы уколдар тәғәйенләргә мәжбүр булалар.

 Был шештән ҡотолоп юлы юҡ кеүек тойолһа ла, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы онкологтары бер нисә этаптан торған бик ҡатмарлы операцияға йөрьәт итә.   

Иң беренсе рентген-хирургтар эшкә тотона. Улар 40 – 50 минут самаһы үҙ   эшен башҡара.  Артабан Антон Сафонов менән Никита Кузнецов етәкселегендә онкологтар, бер ҡан тамырына ла зыян килтермәй, оло шеште ҡырҡып ала.  Был операцияға 6 – 7 сәғәт ваҡыт китә.

 Өсөнсө этапта Алексей Антонов етәкселегендә нейрохирургтар командаһы бил тәңгәлендә  шеш үтеп ингән  3 умыртҡаны алып, уның урынына титан протез ҡуя.

 Шулай итеп, команданың ойошҡанлы эше ярҙамында 24 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере һаҡлап алып ҡалына. Әле уның хәле уртаса,  дауаханала химиотерапия үтә.   

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас