Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Апрель 2022, 14:45

Балаларҙы мәктәптә бер түгел, ә ике тапҡыр ашатырға кәрәк...

Беләһегеҙ, әле башланғыс кластарҙа уҡыусылар бушлай йылы аш менән тәьмин ителә. Был ғына етмәй, ти ҡайһы бер депутаттар.

Балаларҙы мәктәптә бер түгел, ә ике тапҡыр ашатырға кәрәк...
Балаларҙы мәктәптә бер түгел, ә ике тапҡыр ашатырға кәрәк...

РФ Дәүләт Думаһы депутаты Василий Власов 1 – 4 класс уҡыусыларына ике тапҡыр йылы аш ойошторорға тәҡдим итә.

Парламентарий белдереүенсә, балалар ҡайһы берҙә мәктәптә биш сәғәт тирәһе була, ә был осраҡта бер тапҡыр ғына ашау етмәй. Шуға ла Власов, федераль ҡануниәткә үҙгәрештәр индереп, башланғыс кластарҙа бушлай ике тапҡыр йылы аш ашатыуҙы ойоштороу дөрөҫ булыр, ти.

Әллә, бушлай ике тапҡыр ашатыуҙы ҡаҙна күтәрә алырмы икән?

Балаларҙы мәктәптә бер түгел, ә ике тапҡыр ашатырға кәрәк...
Балаларҙы мәктәптә бер түгел, ә ике тапҡыр ашатырға кәрәк...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: