Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Апрель 2022, 05:25

Бөгөн – картуф бешереү көнө

Халыҡ-ара статусы ла бар. Бына һиңә шәп көн! “Икенсе икмәк”те ни, беҙ көн һайын бешерәбеҙ, бер ҙә ялҡытмай, шулаймы?

Бөгөн – картуф бешереү көнөБөгөн – картуф бешереү көнө
Бөгөн – картуф бешереү көнө

Рәсәйгә картуфты Петр Беренсе алып ҡайтҡан, тиҙәр. Тәүҙә уға бик һағайып ҡына ҡарағандар, сәсергә атлығып та бармағандар. Һуңынан иһә...

Әйткәндәй, картуф бешереү көнөн 1861 йылдан һуң билдәләй башлағандар. Ҡунаҡҡа мотлаҡ бешкән картуф алып килер булғандар.

Был йәшелсәне хатта космоста ла үҫтереп ҡарағандар (1995 йылда Америка йыһан карабында).

Белорустар иң күп картуф ашаусы һанала. Уларҙың һәр кеме йылына 183 кг ашай, имеш. Беҙ, рәсәйҙәр, бишенсе урында ғына торабыҙ, йылына, дөйөм алғанда, 90 кг картуф тура килә.

Картуф 80 процентҡа һыуҙан тора.

Түбәндә ябай ғына бер рецепт:

Картуф өсмөйөштәре

Дүрт порцияға 700 г картуф, ике ҡалаҡ аҡ май, бер стакан он, тәменсә тоҙ, ҡыҙҙырыу өсөн (күләмен самалағыҙ) май алына.

Картуфты әрсеп, турап, тоҙло һыуҙа бешерергә. Шунан иҙергә. Май һәм тоҙ ҡушып, бутарға. Артабан ондоң 1/3 өлөшөн ҡушып, бутарға. Ҡалған ондо үҙегеҙ ҡарап өҫтәгеҙ, кемгәлер ҡатыраҡ ҡамыр оҡшай, кемгәлер башҡаса. Килеп сыҡҡан картуфлы ҡамырҙы колбаса формаһына килтереп, киҫәктәргә бүлергә лә, һәр береһен 1 см ҡалынлығында йәйеп, өсмөйөшләп ҡырҡырға.

Табала ҡыҙҙырырға (һәр яғын 4-5 минут). Был өсмөйөштәрҙе йылы көйөнсә, майлап, ҡаймаҡлап, хатта шәкәрләп тә ашайҙар икән.

Бөгөн – картуф бешереү көнө
Бөгөн – картуф бешереү көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас