Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель 2022, 12:39

Йылытыу миҙгеле ҡасан бөтөрө билдәле булды

Сибайҙа йорттар күптән йылытылмай.

Йылытыу миҙгеле ҡасан бөтөрө билдәле булды
Йылытыу миҙгеле ҡасан бөтөрө билдәле булды

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Алан Марзаев йылытыу миҙгеленең тамамланыуы хаҡында һөйләне.

«Көндәр йылы тороуын иҫәпкә алып, муниципалитет башлыҡтарының иғтибарына коммуналь хеҙмәт күрһәтеү буйынса ҡағиҙәләр менән уртаҡлашмаҡсымын. Әгәр биш тәүлек буйы һауа температураһы +8 градустан кәмерәк төшмәһә, йылытыу миҙгелен ябырға мөмкин. Күп фатирлы йорттарҙа дөйөм йыйылышта йылытыуҙы туҡтатыу ҡарарын ҡабул итергә мөмкин. Бының өсөн тейешле мөрәжәғәтте һәм йыйылыш протоколын идарасы компанияға илтергә кәрәк», — тине ул.

Иң тәүгеләрҙән булып Сибай йылытыу миҙгелен тамамлағайны. Һуңғы аҙнала Асҡын, Борай, Ишембай, Мәләүез, Стәрлетамаҡ райондары ла «йылы»ны һүндергән. Өфөлә миҙгел иртәгә ябылыр тип көтөлә. Былтыр иһә бөтә муниципалитеттар ҙа 15 майға тиклем йылытыу миҙгелен тамамлаған булған.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: