Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, киң мәғлүмәт саралары һәм социаль селтәрҙәр ярҙамында ҡотҡарыусылар үткән аҙнала Сипайлово биҫтәһендә тотҡан йыландың хужабикәһен тапҡан.
Йылан октябрҙә үк юғалған булған. Туҙбаш йыландар ғаиләһенә ҡараған был сыбар һөйрәлеүсене ҡыҙға яңы йылға бүләк иткән булғандар. Хужабикә йыланға Сая тип ҡушҡан. Махсус террариумға урынлаштырған . Әммә йылан һауытынан сығып ҡасҡан.
Ҡыҙ уны бөтә фатирҙа һәм йортта эҙләй, ау ҙа ҡуйып ҡарай. Әммә эҙләү һөҙөмтә бирмәй.
Йылан табылыуы тураһында мәғлүмәт уҡығас та, ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт итә.
Бындай йылан Башҡортостанда йәшәмәй.