Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель 2022, 11:58

Юл фажиғәләре - 24 апрель

Уҙған тәүлектә республика юлдарында алты автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа һигеҙ кеше йәрәхәтләнгән. Бер тәүлектә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1750-нән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 51 иҫерек водителде тотҡан.

Юл фажиғәләре - 24 апрель
Юл фажиғәләре - 24 апрель

Кисен Баймаҡ районында, Магнитогорск-Ира автомобиль юлының 154-се саҡрымында, Сибайҙан 44 йәшлек ир "ВАЗ-2107" машинаһында юлдан осҡан. Төрлө йәрәхәттәр алған водитель менән уның 20 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатылған. Билдәле булыуынса, водитель иҫерек килеш автомобиль менән ҡабаттан идара иткәне өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылған булған. Был юлы ул алкоголгә тикшереүҙе үтеүҙән баш тартҡан. Уға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 264-се статьяһы буйынса яңы енәйәт эшен ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителә.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: