Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель 2022, 11:34

“Һөйләшһәләр әгәр туған телдә, Телгә алыр улар мине лә”

Быйыл Башҡортостан халҡы ҙур ваҡиғаны билдәләй - халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл. Был исем тыуған еренә, халҡына һөйөү һаҡлаған һәр кем өсөн ҡәҙерле. Ошо уңайҙан 25 апрелдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында шағирҙың ижадына арналған тантаналы кисә үтә. Кисәлә Рәми Ғариповтың поэмалары һәм шиғырҙарын уҡыясаҡ, шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар билдәле йырсылар тарафынан Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестрына ҡушылып башҡарыласаҡ.

“Һөйләшһәләр әгәр туған телдә, Телгә алыр улар мине лә”
“Һөйләшһәләр әгәр туған телдә, Телгә алыр улар мине лә”


Уҙған быуаттың 50- се йылдар уртаһында башҡорт шиғриәтендә йондоҙ булып балҡыған Рәми Ғарипов үҙенең шиғырҙары менән талантлы композиторҙар Рафиҡ Сәлмәнов, Абрар Ғабдрахманов, Нур Дауытов, Роза Сәхәүетдинова, Хөсәйен Әхмәтов, Байрас Абдуллиндарҙың ижадтарын байытты. Улар һәр береһе хаҡлы рәүештә уны “йырсы - шағир” тип атаны.


Тәржемәсе - шағир булып дан алған Рәми Ғарипов алты тиҫтә авторҙың 300-ҙән ашыу шиғырын башҡорт теленә тәржемә итте. Улар араһында Пушкин, Лермонтов, Есенин, Маяковский, Рәсүл Ғамзатов һ.б. шағирҙарҙың шиғырҙары, Ғүмәр Хәйәмдең робағиҙары, Иван Франконың “Яҡтыға табан” хикәйәләр йыйынтығы бар.


Ваҡытлы матбуғатта 1949 йылда тәүге әҫәрҙәре баҫылған Рәми Ғарипов 1976 йылдың декабрь айына тиклем башҡорт журналистикаһына тоғро хеҙмәт итте.


Кисәлә ҡатнашалар: Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры. Генераль директоры - Артур Нәзиуллин.
Таһир Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы. Етәксеһе - Алһыу Хәсбиуллина.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солистары Диләрә Иҙрисова, Әлим Кәйүмов, Аида Ғәбделхакова.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары: Хөрмәтулла Үтәшев, Артур Кәбиров, Руслан Хайсаров, Фирғәт Ғарипов, Гөлмирә Исмәғилева.
Башҡортостан Республикаһының Милли йәштәр театры актерҙары: Лилиә Исҡужина, Рәмзил Сәлмәнов, Илгиз Таһиров.
Х. Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһының Азат Айытҡолов етәкселегендәге ҡурайсылар ансамбле
Сибай концерт-театр берекмәһенең вокаль ансамбле. Етәксеһе - Рәмил Туйсин.
Рәми Ғарипов исемендәге 1- се республика гимназия - интернатының “Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле. Етәкселәре - Рәис Низаметдинов һәм Алмаз Таҡалов.
Йырсылар: Гөлсөм Бикбулатова, Илгиз Миңлеәхмәтов, Ринат Фәттәхов.
“Каруанһарай” фольклор-эстрада төркөмө.
Кисәнең режиссеры - Сулпан Асҡарова
Сценарий авторы - Гөлсәсәк Саламатова
Башлана: 19:00 сәғәттә

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: