Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель 2022, 16:20

Янғын һүндереүселәр ярышты

Белорет районының Абҙаҡ янғын һүндереү часында Урал аръяғы һәм Көньяҡ-Көнсығыш отрядтары араһында янғын һүндереү ҡорамалдары менән эшләү оҫталығын камиллаштырыу буйынса ярыш үтте. Көсөргәнешле бәйгелә Инйәр янғын һүндереүселәре алға сығып, еңеү яуланы. Икенсе урында Миндәк командаһы, өсөнсө урынды Тирлән егеттәре алды. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Янғын һүндереүселәр ярышты
Янғын һүндереүселәр ярышты

Конкурста Инйәр, Миндәк, Тирлән, Әүжән, Күсем руднигы, Түбә, Темәс, 1-се Төрөкмән ауылдарының янғын һүндереү подразделениелары ҡатнашты.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: