+14 °С
Ясна
Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе.
«Бөгөнгә урман янғыны юҡ. Уларҙың һанын арттырмау маҡсатында 30 апрелдән янғынға ҡаршы махсус тәртип индерергә тәҡдим итәм», - тине Фәрит Ғүмәров. Ул шулай уҡ 29 апрелдә Белоретта үтәсәк янғынға ҡаршы уҡыуҙар ойоштороласағы хаҡында һөйләне.
Республика етәксеһе иһә махсус тәртипте 1 майҙан индерергә ҡарар итте.
«30 апрелдә традиция буйынса халыҡ зыяраттарға барасаҡ, сүп-сар йыясаҡ. Шуға күрә 1 майҙан индерәйек, документтар әҙерләгеҙ», - тине Радий Фәрит улы.