Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель 2022, 22:35

Яҡшы хәбәр!

Льготалы ипотека ставкаһы 9 процентҡа тиклем кәметелә.

Яҡшы хәбәр!
Яҡшы хәбәр!

Был тәҡдим менән Рәсәй Президенты Владимир Путин сығыш яһаны. Бындай мөмкинлекте ул иҡтисадтың тотороҡланыуы, инфляцияның кәмеүе менән дәллиләне.

«Граждандар өсөн торлаҡ алыуҙы еңелләштереү, төҙөлөштө йәнләндереү маҡсатында льготалы ипотека ставкаһын 9 процентҡа тиклем кәметергә тәҡдим итәм», — тине ул иҡтисад мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә. Уның һүҙҙәренсә, Үҙәк банк төп ставканы кәметергә йыйына.  

«Үҙәк банк төп ставканы банк секторын һәм финанс баҙарын тотороҡландырыу өсөн күтәргәйне. Был ҡарар ярҙам итте. Хәҙер ил банкы яйлап ҡына ставканы кәметә башланы. Бының өсөн башҡа алымдар ҙа бар, бөгөнгө шарттар иҫәпкә алынып эшләнә».

«Дәүләт ярҙамы 2020» льготалы ипотека программаһы пандемия осоронда булдырылғайны. Тәүҙә уның максималь ставкаһы йылына 6,5 процент тәшкил итте. Һуңыраҡ 7 процентҡа күтәрелде. 

1 апрелдән төп ставка күтәрелеү сәбәпле, льготалы ипотека шарттары ла үҙгәрҙе — ставкаһы 12 процент булып китте. Ул 1 июлгә тиклем ғәмәлдә булырға тейеш ине.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: