Семинарға республика парламенты янындағы Йәштәр палатаһы рәйесе Зарина Ғәзизова менән Дәүләкән районы ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Гөлназ Ҡорманаева саҡырған.
“Йәштәргә, айырыуса йәш әсәләргә файҙалы булырҙай сараны хупланым. Гөлназ Ҡорманаева беҙҙең “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” проектының еңеүсеһе, ун бала әсәһе, өлгөлө ғаилә. Уның әсәһе, ваҡытында райондың бер ауыл хужалығы предприятиеһын етәкләгән Хәлиҙә апай менән дуҫмын. Семинарҙа Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең билдәле проекттары тураһында ла һөйләнеләр. Психолог, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә бәхете белгесе Гөлбикә Хәйрлваринаның, БР Һаулыҡ һаҡлау профсоюздарының Йәштәр советы рәйесе, табип-гинеколог Динар Ғабрахмановтың сығыштары бик файҙалы булды”, – тип яҙған Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы социаль селтәрҙә.
Дәүләкән районының ҡатын-ҡыҙҙары Әлиә Уразбахтина, Эльвира Мамлиева, Әлиә Хөснөтдинова йәш быуынға тәрбиә биреүгә индергән өлөштәре һәм әүҙем гражданлыҡ эшмәкәрлектәре өсөн Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең Маҡтау грамотаһына лайыҡ булған.
Фото: vk.com