Белорет район-ара судының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ике иптәш спиртлы эсемлектәр эскән һәм ирҙәр араһында ыҙғыш сыҡҡан. Берәүһе икенсеһен кәмһетә башлаған. Ғәйепләнеүсе үҙенең рәнйетеүсеһен үлтереү маҡсатында уға бер нисә тапҡыр һуҡҡан, һуңынан кәмендә 31 тапҡыр бысаҡ менән сәнскән. Зыян күреүсе урында ҡан юғалтыуҙан вафат булған.
Енәйәтсе, атаһы һәм танышы менән бергә мәйетте йәшерергә маташып, ташландыҡ участкаға алып барған. Ләкин был иргә хөкөмдән ҡотолорға ярҙам итмәгән. 27 йәшлек ир “Аңлы рәүештә үлтереү” статьяһы буйынса ғәйепле тип танылған. Уны туғыҙ йылға иркенән мәхрүм итеп, ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәрәсәктәр.
Фото: Т. Аманов