Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель 2022, 10:34

Туҡталыш павильондары үҙебеҙҙә етештереләсәк

«Солнечный круг» компанияһы Өфөлә «аҡыллы» туҡталыштар павильондарын эшләү буйынса производство майҙансығын ойоштормаҡсы. Был проектҡа ярашлы 60 яңы эш урыны булдырыласаҡ.

Туҡталыш павильондары үҙебеҙҙә етештереләсәк
Туҡталыш павильондары үҙебеҙҙә етештереләсәк

Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсовтың әйтеүенсә, смарт-системалар менән йыһазландырылған "аҡыллы" туҡталыш павильондарын эшләгән,Өфөлә Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итеүгә архитектура объекттарын әҙерләү һәм урынлаштырыу буйынса эштәрҙе башҡарған компания үҙен ыңғай яҡтан күрһәткән: "Инвестор үҙенең башланғысын "Инвестиция сәғәте" ултырышында тәҡдим итте лә инде. Проекттың бизнес-планы һәм финанс моделе эшкәрткәндән һуң беҙ төбәктең өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индереү өсөн документтар пакетын әҙерләүгә тотонабыҙ".

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: