Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель 2022, 11:45

Тарих шаңдауы: Бөгөн – Рәсәйҙең тәүге Президенты Борис Ельцинды ерләгән көн

Борис Николаевич 2007 йылдың 23 апрелендә вафат була. Уны ерләгән көндө илебеҙҙә дөйөм милли Матәм көнө иғлан ителә. Кемдәр Ельцинды иҫләй? Ул Башҡортостанға килгәндә, бәлки, осрашыуға ла барғанһығыҙҙыр?

Тарих шаңдауы: Бөгөн – Рәсәйҙең тәүге Президенты Борис Ельцинды ерләгән көн
Тарих шаңдауы: Бөгөн – Рәсәйҙең тәүге Президенты Борис Ельцинды ерләгән көн

77-се йәшендә йөрәге туҡтауҙан үлә тәүге Президент. Вафатынан 12 көн алда дауаханаға һалалар. Һуңғы өс көнөн үтә лә ауыр үткәрә...

Баҡһаң, ныҡ сирләп китерҙән күпмелер ваҡыт алдараҡ Борис Ельцин Яҡын Көнсығышҡа (Иордания, Израиль, Фәластан) эш сәфәренә барған икән. Табиптар әйтеүенсә, ошо юл да уның һаулығына кире йоғонто яһағандыр, бәлки.

Ельцинды күмеү процесы дәүләт телеканалдарында тура эфирҙа күрһәтелә, төрлө сит ил етәксеһе килә, табыутты ҡәбергә төшөргәндә артиллерия залпы бирелә. Ҡыҫҡаһы, бик ололап ерләйҙәр Ельцинды.

Ул, “власты үҙегеҙ йота алғансы алығыҙ”, тигәне менән Башҡортостан халҡының хәтерендә ҡалғандыр, моғайын. Беҙҙең республикаға килгәндә шулайтып һөйләгәйне...

 

 

Тарих шаңдауы: Бөгөн – Рәсәйҙең тәүге Президенты Борис Ельцинды ерләгән көн
Тарих шаңдауы: Бөгөн – Рәсәйҙең тәүге Президенты Борис Ельцинды ерләгән көн
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: