Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель 2022, 15:43

Сит илдә йәшәүсе ватандаштарыбыҙ ҙа ситтә ҡалманы

«Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» акцияһында республикабыҙҙың бөтә район һәм ҡалаларынан, Рәсәйҙең күп кенә төбәктәренән һәм бөтә донъя буйынса төрлө илдәрҙән милләттәштәребеҙ ҙә ҡатнашты. Сит илдә йәшәүсе ватандаштарыбыҙҙан да эштәр ҡабул ителде.

Сит илдә йәшәүсе ватандаштарыбыҙ ҙа ситтә ҡалманы
Сит илдә йәшәүсе ватандаштарыбыҙ ҙа ситтә ҡалманы

«Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» акцияһында барлығы 334  мең 523 кеше ҡатнашҡан. Шуларҙың 125 мең 179-ы – башланғыс, 140 мең 19-ы – ирекле аралашыу кимәлендә һәм 69 325-е төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған. Үткән йыл менән сағыштырып ҡараһаҡ, былтыр 159 мең 510 кеше – башланғыс, 106 мең 794-е – ирекле аралашыу кимәлендә һәм 55 мең 478-е төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған булған.

– Башҡорт теленән халыҡ-ара диктанттың даирәһе йылдан-йыл киңәйә, ҡыҙыҡлыраҡ һәм берҙәмерәк була бара. Республика Башлығы Радий Хәбировтың да акцияла ҡатнашыуы айырыуса байрамса төҫ бирҙе. Быйыл диктантты бергәләп, офлайн-майҙансыҡтарҙа йыйылып яҙыу мөмкинлеге булыуы ҡыуандыра.

Минеңсә, был изге йола. Төньяҡ-көнбайыш диалектында диктантты өсөнсө тапҡыр яҙҙым.  Быйыл беҙҙең диалект өсөн дә махсус тел нормалары әҙерләнеүе бик ҡыуандыра. Бының өсөн танылған ғалимдарҙы, тел белгестәрен һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән төрлө район вәкилдәрен йәлеп иткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына рәхмәт әйткем килә, – тине Туймазы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Альберт Исмаил.

Рәсәй төбәктәренән Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Сочи ҡалаларынан, Силәбе, Ырымбур, Мәскәү, Һарытау, Һамар, Курган, Свердловск, Мурманск өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округынан, Ямал-Ненец автономиялы округынан, Пермь, Алтай, Приморье крайҙарынан, Яҡут Республикаһынан, Татарстандан һәм башҡа вәкилдәр булған.

Сит илдәрҙән – Үзбәкстан, Тажикстан, Испаниянан, Швейцария, Германия, Бөйөк Британия, Италия, Франция, Канада, Ҡаҙағстан, Төркиә, Польша, АҠШ-тан да милләттәштәребеҙ ситтә ҡалмаған.

Билдәле йырсы Зилиә Бәхтиева диктантты Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында яҙҙы.

– Диктантты тура эфирҙа яҙыу бик ҡыҙыҡ һәм яуаплы. Текстың йөкмәткеһе уйланырға мәжбүр итә. Мин оҙаҡ йылдар сәхнәлә эшләйем, шуға күрә башҡорт теленең грамматикаһы онотола башланы ла инде. Әммә бындай саралар бөтә яҡтан ҡарағанда ла камил булырға өндәй, – ти ул.

Диктантта ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә электрон сертификаттар бирелә. Улар бер ай эсендә электрон почтаға йәки телеграмма-бот аша ебәреләсәк.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: