+1 °С
Ясна
«Үткән аҙнала бик әүҙем ялдар булды. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы буйынса 85 мең ағас һәм ҡыуаҡ үҫентеһе ултыртылған. Уларҙың 14 меңе – эре ағас, 2,5 метрҙан бейегерәк. Бик күп тематик аллея булдырылды.
«Йәшел Башҡортостан» йылына ике тапҡыр үткәрелә. Яҙғы акция 23 апрелдә башланды һәм 10 майҙа тамамланасаҡ. Әле экологик сарала 200 меңдән ашыу кеше ҡатнашып өлгөргән, тинеләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында.
Республика тураһында хәстәрлек күргән һәр кемгә рәхмәт! Барығыҙға ла именлек һәм яҡшы аҙна теләйем!» − тип яҙған Радий Фәрит улы.