

Көндәр йылыныу менән республика аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәрен башлап ебәрҙе. 22 апрелгә ҡарата 44 район сәсеүгә төшкән. Ун биш районда хужалыҡтар иртә иген культураларын сәсә. Туғыҙ районда дөйөм 2 мең 860 гектар майҙанда көнбағыш ултыртылған.
Әлеге ваҡытта республика буйынса 104 мең тонна иген орлоғо ағыу менән эшкәртелгән, билдәләнгән пландың 46 проценты. Иген баҫыуҙары былтырғы кеүек 1 миллион 720 мең гектарҙы тәшкил итәсәк. Игендең ҡаты сорттарын, техник культураларҙы һәм шәкәр сөгөлдөрөн сәсеү күләмен арттырыу ҡаралған. Ужым культуралары 300 мең гектар ергә сәселгән, тикшеренеүҙәргә ярашлы, уларҙың 85 проценты, йәғни 254 мең гектары яҡшы үҫкән.
Бөгөн орлоҡтоң 90 проценты тикшерелгән, 98 проценты ГОСТ талаптарына тура килә, тип белдерҙе Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов.
Шулай уҡ быйыл республика хужалыҡтарын минераль ашлама менән тәьмин итеүҙә планға ярашлы бара (87 процент). Һәр ваҡыттағыса Илеш, Дәүләкән, Мәләүез райондары яҡшы һөҙөмтә күрһәткән.
Рәмил Нуриәхмәтов хужалыҡтарҙың техника яңыртыуын да телгә алды. Һуңғы өс айҙа республика аграрийҙары 1,9 миллиард һумға 585 мең берәмек сельхозтехника һатып алған, был уҙған йылдағынан 150 миллион һумға күберәк. Был йәһәттән дәүләт тарафынан булдырылған субсидиялар ярҙамға килә, тине ул. Мәҫәлән, йыл башынан РФ Ауыл хужалығы министрлығы хужалыҡтары 7,7 миллиард һум күләмендә льготалы кредит биргән. Шулай уҡ бюджеттан яҙғы баҫыу эштәренә субсидия биреү өсөн 2 млрд 634 млн һум күләмендә ярҙам бүленгән. 10 майға тиклем барлыҡ аҡсалар ҙа хужалыҡтарға йүнәлтеләсәк.