Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель 2022, 11:00

Күсемһеҙ милекте теркәү ваҡыты кәмене

Башҡортостанда 2022 йылдың I кварталында күсемһеҙ милекте теркәү ваҡыты ике көнгә тиклем кәмегән. "Элек теркәү ваҡыты уртаса өс көн дауам итте. Теркәү ваҡытын ҡыҫҡартыу административ процедураларҙы цифрлаштырыу иҫәбенә ирешелде", - тип белдерҙе Росреестрҙың БР буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец.

Күсемһеҙ милекте теркәү ваҡыты кәмене
Күсемһеҙ милекте теркәү ваҡыты кәмене

Росреестр 2030 йылға тиклем иҫәп-теркәү эштәренең бөтә төрҙәрен дә бер көндә башҡарырға планлаштыра. Ведомство алдында шундай бурыс Рәсәй Хөкүмәтенең 2148-се һанлы ҡарары менән раҫланған программаға ярашлы ҡуйылған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: