Быйыл янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып Башҡортостандың урман фондында бөтәһе 36,8 гектар ергә зыян килтергән ете янғын теркәлгән.
Бөгөн Әбйәлил, Әлшәй, Архангел, Баймаҡ, Баҡалы, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Күгәрсен, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Федоровка, Шишмә, Яңауыл, Стәрлебаш райондары, Өфө ҡалаһы янғын хәүефенең 3-сө класына ҡарай, тип фаразлана.
Ҡайһы берәүҙәр ҡоро үләнгә ут төртөүҙе хәүефле тип һанамай. Ләкин был ут тәбиғәткә оло зыян килтерә! Ел утты көсәйтеп, тиҫтәләгән ғаилә йортһоҙ ҡалыуы ихтимал.
Ут менән шаярмағыҙ!
Янғын сыҡҡан осраҡта 101 номеры буйынса шылтыратығыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.