Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель 2022, 11:10

Өфө циркы ҡасан төҙөкләндерелер?

Өфө циркы баш ҡалабыҙҙың 450 йыллыҡ юбилейына төҙөкләндереләсәк объекттар иҫәбенә  индерелгәйне...

Өфө циркы ҡасан төҙөкләндерелер?
Өфө циркы ҡасан төҙөкләндерелер?

Өфө дәүләт циркы баш ҡалабыҙҙа бер нисә йыл инде эшләмәй тора.

  Федераль әһәмиәттәге объект булараҡ, бинаны реконструкциялау федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаларға башҡарыласаҡ.

  Өфө дәүләт циркы – федераль милек, «Рәсәй дәүләт цирк компанияһы» федераль ҡаҙна предприятиеһы филиалы («Рәсәй дәүләт циркы» федераль ҡаҙна предприятиеһы).

Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, әле Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы Өфө дәүләт циркын 2023-2025 йылдарҙағы федераль инвестиция программаһы объекттарына индереүгә ғаризаны ҡарай.

   Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө дәүләт циркы 2017 йылдан, бина хәүефле, тип танылғандан һуң ябылды. Көмбәҙ аҫтында төп конструкциялар емерелеүе мөмкин , янғынға ҡаршы заманса система юҡ. Реконструкцияға кәмендә  1,5 миллиард һум талап ителә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: