Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель 2022, 13:52

Өфөгә легендар йырсылар Лев Лещенко һәм Николай Басков килә

Бының сәбәбен сайтыбыҙҙа яҙҙыҡ.

Өфөгә легендар йырсылар Лев Лещенко һәм Николай Басков килә
Өфөгә легендар йырсылар Лев Лещенко һәм Николай Басков килә

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Еңеү көнө айҡанлы үтәсәк саралар хаҡында билдәле булды.

Рәсми саралар 8 майҙа «Геройҙар аллеяһы»на һәм «Еңеү урмандары»на ағас ултыртыуҙан башлана. Унда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының ҡатнашыуы көтөлә. Экологик акция иң тәүҙә Шишмә районында төҙөлгән «Патриот» хәрби-патриотик паркында үтәсәк. Һәр ағасҡа махсус QR-код ҡуйыласаҡ.

Шулай уҡ ошо көндә «Бөйөк Еңеүҙе данлап» республика патриотик йырҙы башҡарыусылар конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ. «Патриот» паркында күргәҙмә һәм интерактив майҙансыҡтар ҡороласаҡ, унда Совет Армияһының, «Любизар» 1-се Башҡорт атлылар полкының һәм эҙәрмәндәр отрядының ҡоралдарын һәм кейем-һалымын ҡарарға, сәпкә атып ҡарарға мөмкин буласаҡ. Сарала яҡташыбыҙ, контр-адмирал Булат Зөлкәрнәйевтың ҡатнашыуы көтөлә. 

9 майҙа иртә менән Еңеү паркына Дан веногы һәм сәскәләр һалынасаҡ. Артабан Ленин исемендәге паркта тантаналы Еңеү парады башланасаҡ. Быйыл парадта Первушин аэродромынан кесе авиация самолеттары һәм вертолеттары ла ҡатнашасаҡ. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн «ялан кухняһы» эшләйәсәк. Артабан «Үлемһеҙ полк» акцияһы ойошторола. Бөтә республика буйынса берҙәм ваҡыт билдәләнгән: «Үлемһеҙ полк» — иртәнге сәғәт 10-дан 11-гә тиклем, бер минут тынлыҡ — иртәнге сәғәт 11-ҙән 12-се 12 минутҡа ҡәҙәр, колонналар хәрәкәте — 11:12 сәғәттән төшкө сәғәт бергә тиклем.

Шулай уҡ ошо көндә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың буласаҡ һәйкәле нигеҙенә гильза һалынасаҡ. 1 майҙан республика райондарынан уның нигеҙенә тупраҡ йыйып килтереләсәк. 

Киске сәғәт етелә «Торатау» янындағы амфитеатрҙа байрам концерты башлана. Унда ветерандар, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, бөтә республика халҡы саҡырыла. Тамашала Рәсәйҙең халыҡ йырсылары Николай Басков һәм Лев Лещенконың сығыш яһауы көтөлә. Сара киске сәғәт унда байрам салюты менән тамамлана.

Бынан тыш, республикала «Мин «шайморатовсы» булам» акцияһы үтә. 9 май иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске туғыҙға ҡәҙәр һәр район-ҡалала «шайморатовсылар» йыйылып ветерандарҙы тәбрикләйәсәк. Спорт саралары күпләп үтәсәк, 9 майҙа Салауат Юлаев майҙанында «Батырҙар кубогы» халыҡ-ара турниры ойошторола.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: