Японка Канэ Танака 1903 йылдың 2 ғинуарында тыуған. Ире һәм өлкән улы Икенсе донъя һуғышында уҡ һәләк булған. Ҡатын үҙе күп йыл дөгө көлсәһе һатҡан магазинда эшләгән, пенсияға сыҡҡас, АҠШ-та ла йәшәп алған. 2005 йылдан Фукуоке префектураһында ҡарттар йортонда көн иткән.
Уны 2019 йылда донъялағы иң оло кеше тип танығандар. Гиннес рекордтары китабына ингән. Ғүмеренең һуңғы көндәрендә, COVID – 2019 сәбәпле иғлан ителгән сикләүҙәр арҡаһында, туғандары менән дә йүнләп күрешә алмаған.
Әбей 119 йыл да 107 көн йәшәп, 19 апрелдә, баҡый донъяға күскән.
Хәҙер планетала иң оло кеше – 118 йәшлек француженка Люсиль Рандон.
Фото: РБК.