Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель 2022, 21:37

Палатка янында йәш ҡатын мәйете табылған

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге мәрхүмәнең шәхесен асыҡлай. Билдәһеҙ ҡатындың мәйете 20 апрелдә Белорет районының Уҡшуҡ биҫтәһе янында, Белорет-Магнитогорск трассаһынан 100 метр алыҫлыҡта табылған.  Билдәләре: ҡарамаҡҡа 35-40 йәш, славян милләтенә оҡшаған, буйы яҡынса 160 см, ябыҡ кәүҙәле, һары сәсе ҡып-ҡыҫҡа итеп алынған, күҙҙәре асыҡ һоро төҫтә. Суд-медицина экспертизаһы бюроһы эксперты белдереүенсә, ҡатын ошо арала (яҡынса биш көн эсендә) үлгән.

Палатка янында йәш ҡатын мәйете табылған
Палатка янында йәш ҡатын мәйете табылған

Киң балаҡлы, биҙәкле ҡыҙыл салбар, капюшонлы толстовка, аҡ майка, сәскә һәм япраҡ һүрәттәре төшөрөлгән футболка кейгән.

Ҡатындан 10 метр алыҫлыҡта турист палаткаһы ҡуйылған булған, уның эсендә капюшонлы ҡыҙыл оҙон куртка, туристик «пенка», рюкзак, тәгәрмәсле сумка ятҡан.

Һәләк булған ҡатынды билдәләре, кейеме буйынса таныһағыҙ, Эске эштәр бүлегенә хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ: Белорет ҡалаһы, Точисский урамы, 6 йәки ошо номерҙарға шылтыратығыҙ: 102, (34792) 3-24-02, 3-33-02, 8-964-954-40-80, 8-906-103-88-54.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Билдәһеҙ ҡатындың мәйете табылған
Билдәһеҙ ҡатындың мәйете табылған
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: