Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель 2022, 11:25

Башлыҡ рәхмәт әйтә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республикала уҙғарылған өмәләрҙә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.  

Башлыҡ рәхмәт әйтә
Башлыҡ рәхмәт әйтә

 

 «Уҙған ял көндәре әүҙем эшләнек. Ауыл-ҡалаларҙа ағастар ултырттыҡ. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы барышында 85 мең ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылды. Уларҙың 14 меңдән ашыуы –  2,5 метрҙан  оҙон ағастар.Күпселеге  тематик аллеялар ултырттыҡ.   Ғәҙәттәгесә, республикала "Йәшел Башҡортостан" акцияһы йылына ике тапҡыр уҙғарыла. Экологик проекттың яҙғы этабы 23 апрелдә башланды. Беҙҙең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында белдереүҙәренсә, акцияла быйыл 200 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Республикабыҙ хаҡында хәстәрлек күргән һәр кемгә рәхмәтлемен. Барығыҙға ла һаулыҡ һәм аҙнаның уңышлы үтеүен теләйем!», - тип яҙҙы ул.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: