Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель 2022, 12:23

Башҡортостандың йөрәге ҡайҙа?

Ул Ғафури районында, тиҙәр. Хатта ҡурай сәскәһе һымаҡ икәнен дә беләләр.

Башҡортостандың йөрәге ҡайҙа?
Башҡортостандың йөрәге ҡайҙа?

“Торатау” геопаркы биләмәһендә – Ғафури районының Имәндәш ауылы янында “Башҡортостан йөрәге” этно-туристик комплекс барлыҡҡа киләсәк. Ул һигеҙ тирмәнән тора, өҫтән ҡарағанда ҡурай сәскәһе кеүек буласаҡ. Проект (ойоштороусыһы – Илдар Бикҡужин) “Инвестиция сәғәте”ндә хупланған.

Күҙалланыуынса, комплекста туристик йыйындар үтәсәк, гастротурҙар ойоштороласаҡ, велоуҙыш, бәйге, йога, этно-турҙар ҙа буласаҡ.

Әйткәндәй, иң ҙур тирмәлә семинар һәм башҡа шундай саралар үткәрәсәктәр, ҡалғандары тематик йүнәлешле була. Ошонан Киндерле мәмерйәһенә йәйәүле һәм һыбайлы турҙар ҙа ойоштороласаҡ. Еҙемдән һал менән ағыу ҙа күҙаллана. Башҡорт милли аш-һыуы, мунса, фермерҙар етештергән таҙа аҙыҡ-түлек, халыҡ кәсептәре әйберҙәре – барыһы ла туристар өсөн.

10 миллион һум инвестиция һалырға ниәтләйҙәр. Яңы эш урындары ла булдырыласаҡ. Комплекс йыл әйләнәһенә эшләр, тип көтөлә.

Фото: БР Туризм буйынса дәүләт комитеты сайтынан.

Башҡортостандың йөрәге ҡайҙа?
Башҡортостандың йөрәге ҡайҙа?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: