Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель 2022, 10:51

Башҡортостандан өс эшҡыуар «Йыл сәнәғәте» Рәсәй премияһына дәғүә итә

Улар барыһы ла – донъя баҙарында танылыу яйлаған йәш эшҡыуар. 

Башҡортостандан өс эшҡыуар «Йыл сәнәғәте» Рәсәй премияһына дәғүә итә
Башҡортостандан өс эшҡыуар «Йыл сәнәғәте» Рәсәй премияһына дәғүә итә

 

– Премия иң яҡшы идара итеү тәжрибәһен асыҡларға һәм танытырға ярҙам итә. Конкурста үҙ предприятиеһында даими производство күләмен һәм күрһәткестәрен яҡшыртҡан йәштәр ҡатнаша. Беҙҙең егеттәр өсөн үҙен һәм предприятие мөмкинлектәрен бөтә илгә танытыу өсөн шәп мөмкинлек, – тип белдерә сәнәғәт минирстры Александр Шельдяев.

Премияға илдең төрлө төбәгенән 400-ҙән ашыу ғариза килгән. Башҡортостандан фәнни-техник, мебель, косметика, төҙөлөш, машина төҙөү өлкәләре вәкилдәре ҡатнаша.

– Ҡатнашыусы булараҡ, белгестәргә үҙемдең эшҡыуарлыҡ тәжрибәмде һәм һөҙөмтәләремде күрһәттем. Импортты алмаштырыу буйынса әле тауарҙар линейкаһын яңыртабыҙ. Хаҡтарҙың үҙҡиммәте өҫтөндә эшләйбеҙ, ҡулланыусылар санкция эҙемтәләрен тоймаҫҡа тейеш, – тип белдерә премияға дәғүә итеүселәрҙең береһе, «Фабрик Косметик» компанияһы директоры Юлия Волошановская.

Бөгөн Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы белгестәре иң яҡшы 100 ҡатнашыусыны һайлап алған. Улар араһында Башҡортостандан өс финалсы – Альберт Кайбышев («Изостер» ЯСЙ, Стәрлетамаҡ), Алмаз Мәмлиев («Корона» ЯСЙ, Туймазы) и Әбделмәлик Рәхимов («Инмаш» концерны). Тиҙҙән ун еңеүсенең исеме Санкт-Петербургта «Иннопром» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә иғлан ителәсәк.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: