Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель 2022, 09:33

Бөгөн — Ҡыҙ балалар көнө

Әйләнеп торған орсоҡ, һис кенә түгел осоҡ, иламай ҙа бер остоҡ...    

Бөгөн — Ҡыҙ балалар көнө
Бөгөн — Ҡыҙ балалар көнө

Әйләнеп торған орсоҡ. 

Һис кенә түгел осоҡ, 

Иламай ҙа бер остоҡ. 

Ҡыҙым минең - һандуғас, 

Йылғыр ғына ҡарлуғас. 

Ҡара ҡашы ҡып - ҡыйғас, 

Осоп килә саҡырғас. 

Ҡыҙым минең —- ҡыҙ -ҡанат, 

Сутылдай ҡабат - ҡабат. 

Яман күҙҙән ҡыҙғанам, 

Наҙлы ғынам, ҡыҙғынам.

(Фәнил Бүләков)

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: