Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель 2022, 17:23

Атыш барышында бер бала зыян күргән

Өфөнөң Нуғай ауылында өс үҫмер бер балаға атыш ойошторған. Видеояҙмала рюкзак аҫҡан уҡыусының юл буйлап ҡайтып барыуы күренә. Ниндәйҙер мәлдә ул аяғын тота, артабан атларға тырыша, тик аҡһай. Унан малай юлда ултырырға мәжбүр була.

Атыш барышында бер бала зыян күргән
Атыш барышында бер бала зыян күргән

Был ваҡытта туҡталыш павильонынан  өс үҫмер – ике ҡыҙ һәм бер малай йүгереп сыға. Улар, зыян күргән малайға әйләнеп ҡарап алып, ошонда уҡ ҡуйылған квадроцикл һәм мотоциклға барып, унда ниндәйҙер әйберҙе һалғаны күренә. Бер аҙҙан улар ваҡиға урынынан ҡаса һала.

Зыян күргән малайға килгәндә, уның эргәһенә ике велосипедсы килеп, береһе уны велосипедына ултыртып алып китә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: