Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Апрель 2022, 09:13

"Агростартап" программаһына ҡушылығыҙ

Башҡортостанда "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проекты буйынса "Агростартап" программаһы ғәмәлгә ашырыла. Уның ярҙамында 2019 - 2021 йылдарҙа республикала 232 фермер хужалығы барлыҡҡа килгән.

"Агростартап" программаһына ҡушылығыҙ
"Агростартап" программаһына ҡушылығыҙ

Ошо көндәрҙә БР Ауыл хужалығы министрлығында әлеге программа буйынса грант конкурсына һайлап алыуҙар тамамланды. 200 кеше (ғариза) араһынан 39-ы һайлап алынған. Гранттар эш башлап тороусыларға бирелә. Комиссия ит һәм һөт етештереү малсылығы, йылҡысылыҡ, йәшелсәселек һәм умарталсылыҡ буйынса проекттарҙы һайлап алған.

Шулар иҫәбендә Ҡыйғы районынан ике фермер бар. Береһе тоҡомло һыйырҙар аҫраһа, икенсеһе картуфсылыҡты үҫтерә.

"Агростартап" программаһы ысынлап та ҙур ярҙамсы, шуға ла унда ҡатнашыу уңышҡа килтерәсәк.

Фото: Ҡыйғы районы хакимиәтенән.

"Агростартап" программаһына ҡушылығыҙ
"Агростартап" программаһына ҡушылығыҙ
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: