Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Апрель 2022, 19:35

Синабон

  Синнабон ­тәмле, йомшаҡ ризыҡ.

Синабон
Синабон

Ҡамыр өсөн 350 г он, 5 г ҡоро сүпрә, 100 г һөт, 50 г шәкәр ҡомо, 50 г маргарин, 70 г ҡаймаҡ, 3,5 г тоҙ алына. Крем өсөн 200 г ҡуйы кибет ҡаймағы, 1-2  ҡалаҡ шәкәр, ванилле шәкәр, эслеккә 500 г эремсек, 1 йомортҡа, 100 г шәкәр алына.

 Ҡамырҙы баҫҡас, ҡабартырға ҡуйырға. Ҡабарып сыҡҡас,  тағы баҫырға. Шулай итһәң, ул йомшаҡ була. Әҙер массаны киҫәктәргә бүлеп сығырға, йоҡа итеп йәйеп, эслекте һалып, рулет итеп төрөргә. Табаға һалғас, бер аҙ ҡабартырға. Бешеп сыҡҡас, өҫтөнә крем һыларға. 

 

Фото:maxvps.ru 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: