+17 °С
Болотло
Әлеге көнгә акция барышында 2296 кеше медицина тикшереүе үткән. Бөтәһе 1410 тикшереү үткәрелгән, шул иҫәптән 916 флюорография, 494 маммография. 200 гражданда – шәкәр кимәле, 169 пациенттың холестерины, 263 кешелә ҡан баҫымы юғары булыуы асыҡланған. 167 кешелә артыҡ кәүҙә ауырлығы теркәлгән.
205 социаль әһәмиәткә эйә ауырыу асҡланған, шул иҫәптән 116 кешелә – йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, 4 кешелә – яман шеш һәм 52 пациентта шәкәр диабеты шик аҫтына алынған, бер граждандың туберкулез менән ауырыуы асыҡланған.
“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы эшен артабан да дауам итә һәм республиканың бөтә райондары буйлап йөрөйәсәк.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.