Башҡортостанда Рәми Ғариповтың тормош һәм ижад юлына арналған фильмды төшөрөү дауам итә. Әле билдәле режиссер Булат Йосопов етәкселегендәге ижади төркөм Рәмиҙең Донбассҡа барған осорон төшөрә.
Ижади төркөм фильмды киң прокатҡа көҙгә сығарырға вәғәҙә бирә. Әле эш ҡыҙғандан-ҡыҙа: кинотаҫмалар монтажлана, студияла геройҙарҙың тауыштары яҙыла, интертауыштар барлана һәм көйләнә.