Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Апрель 2022, 09:50

Псориазды нисек дауаларға?

Ике мең йылдан ашыу кешелек был тире ауырыуының серен асыҡларға тырыша. Статистика буйынса  халыҡтың 4 — 7 проценты ошо ауырыу менән яфалана. Халыҡ медицинаһы уны дауалауҙың төрлө ысулдарын тәҡдим итә.

Псориазды нисек дауаларға?
Псориазды нисек дауаларға?

  Сөйәл үләнен сәскә атҡан ваҡытта тамыры менән бергә йыйып, яҡшы итеп йыуырға һәм ит үткәргес аша үткәрергә. Һуңынан һутын марля аша һығып, һыуытҡысҡа ҡуяһың. Ул бик оҙаҡ һаҡлана.   Артабан иһә тиренең зыян күргән өлөштәренә ошо һутты һөртөргә генә ҡала.  Әйткәндәй, бөтә еренә лә тулыһынса һөртөргә ярамай, ә әҙ-әҙләп кенә: тәүҙә бер еренә һөртәһең, һуңынан икенсе өлөшөнә.

Фото:Т.Аманов.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: