Ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшеүҙең бик ябай, әммә һөҙөмтәле ысулы бар. Өҫтәүенә, бөтөнләй бушлай. Бының өсөн үҫемлектәгә кесерткән төнәтмәһе һибергә кәрәк.
Төнәтмә әҙерләү өсөн бер килограмм кесерткән кәрәк. Өҫтөнә һалҡын һыу ҡойоп, 6 – 8 сәғәт төнәтергә. Әммә кесерткән әсей башламаһын, ҡарап торорға онотмағыҙ.
Төнәтмә әҙер булғас, махсус ҡулайлама менән ағастарға һәм ҡыуаҡлыҡтарға һиптереп сығырға кәрәк. Эшкәрткәндән һуң бетсәләр үлә һәм уңышҡа зыян килтермәй.
Фото:Т.Аманов.