Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Апрель 2022, 20:40

Беҙ бергә!

Нефтекамала «Рәсәй өсөн» концерты гөрләне!

Беҙ бергә!
Беҙ бергә!

Бөгөн Украинала махсус бурыс үтәгән Рәсәй хәрбиҙәрен ҡеүәтләүгә йүнәлтелгән «ZaРоссию» музыкаль-поэтик марафонын Нефтекама ҡалаһы ҡабул итте.

Сараға халыҡ дәррәү йыйылды, концертты башҡорт флагы, йәштәр ойошмалары, хәрби-патриотик клубтарҙың байраҡтары, дәртләндереүсе плакаттар биҙәне.

Нефтекама халҡын ҡала хакимиәте башлығы Элдар Вәлитов тәбрикләне: «Еңел булмаған ваҡытта йәшәйбеҙ. Барығыҙҙы ла Донбасста көрәшкән яҡташтарыбыҙҙы күтәрмәләргә, ҡеүәтләргә саҡырам. Барыһы ла имен-һау әйләнеп ҡайтһын ине. Беҙ улар менән бергә! 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, беҙ иңгә-иң терәшеп йәшәргә тейешбеҙ. Беҙ Башҡорт та, татар ҙа, удмурт та, сыуаш та, мордва ла, беҙ бергә!»

Асыҡ сәхнәлә Нефтекама ижади коллективтары халыҡтың кәйефен күрҙе. Концерттың төп ҡунаҡтары, «PRADO» төркөмөнөң һәм Зәйнетдиндең сығышы барыһының да күңеленә хуш килде.

 

Беҙ бергә!
Беҙ бергә!
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: