Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Апрель 2022, 20:14

Баймаҡтар йәнә ҡор йыя !

Кем әйтмешләй, Өфөлә өс халыҡ йәшәй: башҡорттар, урыҫтар һәм баймаҡтар.  

Баймаҡтар йәнә ҡор йыя !
Баймаҡтар йәнә ҡор йыя !

Әлбиттә, был шаяртыу ғына. Ә шулай ҙа баш ҡалала баймаҡтар берҙәмлеге, дәррәүлеге, әүҙемлеге менән айырылып тора, тиһәм хата булмаҫ. Уларҙың ай һайын тиерлек осрашыу, төрлө сара уҙғарыуы быға асыҡ дәлил. Иртәгә йәнә баш ҡалабыҙҙа йәшәүсе баймаҡтар осрашасаҡ.

Сара төшкө сәғәт биштә башлана. Иң тәүҙә район оҫталарының күргәҙмәһе, кәңәш-төңәш майҙансығы ҡорола. Артабан, киске сәғәт етелә Баймаҡ "Саптар" бейеү ансамбленең һәм артистарының концерты ойоштороласаҡ. Сараға райондан ҙур делегация килеүе көтөлә. Концертҡа инеү бушлай.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: