Башҡортостанда 17 йәшлек үҫмер веб-технологиялар менән шул тиклем мауығып киткән, хатта тиҫтәнән ашыу кешене алдаған һәм ҙур аҡса эшләгән. Ярты йыл дауамында ул ҡала-ара пассажирҙар ташыу тураһында иғландарҙы интернетҡа һалған. Иғлан буйынса мөрәжәғәт иткән кешеләргә үҫмер халыҡ-ара пассажирҙар ташыу сервисын теүәл генә һынландырған сайт һылтанмаһын ебәргән.
Тоҙаҡҡа эләгеүсе пассажирҙар юл сығымына алдан заказ бирергә уйлап карта мәғлүмәттәрен индергән. Һөҙөмтәлә уларҙың иҫәбенән тиҫтәләрсә мең һум аҡсалары юҡҡа сыҡҡан.
Мутлашыусы егеттең эҙенә төшәләр һәм ҡулға алалар. Уға ҡарата енәйәт эше асыла. Мутлашыусы үҙенең ғәйебен таный һәм килтерелгән зыянды ҡаплай.
Фото: Т. Аманов