Баҡһаң, 1833 йылдың 24 апрелендә британлы Джозеф Пристли газландырылған һыуға патент алған икән. Химик тәүҙә һыра яһау процесын күҙәткән, бигерәк тә шыйыҡлыҡта ҡыуыҡтар (күберсектәр, пузырьки) сығыуы ҡыҙыҡһындырған. Һыра өҫтөнә һыу һауыты ҡуйып, тәжрибә үткәреп ҡараған, формула сығарған...
Советтар Союзында Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, газлы һыуҙы махсус эшләнгән арбаларҙа, киоскыларҙа һатҡандар. Һуңғараҡ урамдарға автоматтар ҡуйылған. Ҡыҙыҡ: ябай газландырылған һыу бер тин, ә сироп ҡушылғаны өс тин торған.
Түбәндә өйҙә газлы һыу эшләү рецептары (тик шәхсән яһап ҡаралманы, шуға тәмен әйтә алмайбыҙ):
1) Бер балғалаҡ сода, ике балғалаҡ һуты сығырлыҡ күләмдә лимондың бер өлөшө (йәки ярты балғалаҡ лимон кислотаһы) алына. Стаканға сода һалырға ла, лимон һуты өҫтәргә, бер аҙ шәкәр һалырға ла мөмкин. Һыу ҡойорға ла болғап, эсергә генә ҡала.
2) Ике порцияға: 500 мл һыу, бер лимон, бер аҙ бөтнөк (мята), ярты балғалаҡ сода, тәменсә шәкәр. Һыуҙа шәкәрҙе иретергә, лимон һутын һығырға, бер аҙ иҙгеләп мята һалырға ла иң аҙаҡтан сода һалып, бутарға.