Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Апрель 2022, 16:42

Ашҡаҙан сиренән ярҙам итә

Яҙлы-көҙлө ашҡаҙан сей яраһы тағы ла көсәйә  башлай. Халыҡ медицинаһы был ауырыуҙы дауалауҙың төрлө ысулдарын тәҡдим итә.

Ашҡаҙан сиренән ярҙам итә
Ашҡаҙан сиренән ярҙам итә

   Биш ҡалаҡ  киптерелгән кесерткән япрағы һәм тамыры онтағына ике ҡалаҡ юл япрағы менән  бер ҡалаҡ артыш  ҡушып бутарға һәм өҫтөнә бер литр ҡыҙыл шарап ҡойоп, бер аҙна төнәтергә.  Һуңынан төнәтмәгә  дүрт ҡалаҡ бал ҡушып, талғын утта  30 минут бешерергә.  Уттан алғас, һыуынғансы таҫтамал менән урап ултыртырға. Әҙер булғас, һөҙөп алып көнөнә ике-өс тапҡыр ашарҙан 15-20 минут алда  берәр ҡалаҡ эсергә.

Фото:Т.Аманов.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: