22 йәшлек Рамаҙан кисә кис мәлендә ауыл янындағы тауға йыуа йыйырға сыға һәм кире әйләнеп ҡайтмай. Бер хәбәр ҙә булмағас, яҡындары саң ҡағырға тотона. Эҙләмәгән ер ҡалмай, әммә егет табылмай. Рамаҙан намаҙ уҡый, ураҙа тота. Ул бит кисәнән бирле ауыҙ асмаған, тип борсола туғандары.
Әлеге ваҡытта егетте эҙләүгә ирекмәндәр ҡушылған.
Билдәләре: буйы 175 сантиметр, уртаса кәүҙәле, сәстәре ҡара-һоро, күҙҙәре һоро. Еңелсә ҡыҙыл жилет, кроссовки, күлдәк, салбар кейгән булған. Әгәр Рамаҙанды күреүселәр булһа, 89373102112 йә 112 телефон һандары буйынса хәбәр итеүегеҙ һорала.