Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель 2022, 18:00

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы старт алды

Бөгөн республикабыҙҙың район-ҡалаларында 85 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылған.  

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы старт алды
«Йәшел Башҡортостан» акцияһы старт алды

– Наша республика сегодня стала ещё красивее, а украсили её тысячи новых насаждений. Акция «Зелёная Башкирия» уже перестала быть просто экологическим мероприятием. Это – праздник, который объединяет людей разных возрастов. Спасибо всем, кто принимает участие! Мы объединили усилия для очень благородного дела. По итогам старта сегодня нашу акцию можно смело назвать состоявшейся, – тип белдерә БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Алан Марзаев.

Акцияға Сибай ҡалаһы ла әүҙем ҡушылды. Сибайҙар «Урал аръяғы» ковид-госпитале янында 60 шыршы ултыртты. Яңы скверға «Сәләмәтлек» тигән исем бирелде. Шулай уҡ акцияла Яңауыл, Күмертау, Салауат ҡалалары, Стәрлетамаҡ, Ҡалтасы, Краснокама, Кушнаренко райондары халҡы ҡатнашты.

Йәм өҫтөнә йәм өҫтәп ағастар яҡшы үҫеп китһен! 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: