Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель 2022, 22:30

Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттар республикаға ҡайта

Өфөлә һәм Туймазы районында  Украинанан ҡайтып килгән Рәсәй гвардияһының Республика йыйылма отряды колоннаһын ҡаршы алыуҙары билдәле булды.

Был хаҡта муниципалитет башлығы Айҙар Суфиянов социаль селтәрҙә хәбәр итте.

Бынан тыш, баҫма үҙ сығанағына һылтанып, һалдаттарҙың Өфөгә ҡайтыуы тураһында хәбәр итә. Махсус операцияла ҡатнашыусылар өсөн байрам концерты ойошторолоуы билдәле.Бынан алда Радий Хәбиров Украиналағы махсус операцияла Башҡортостанда тыуып үҫкән «меңләгән» кеше ҡатнашыуын белдергәйне.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: