Воронеж өлкәһенең
Терновка ауылында 28 йәшлек ҡатын 7 һәм 8 йәшлек ике улын үлтергән. Был хаҡта Тикшереү комитетына һылтанма менән «Комсомольская правда» яҙа.
Ике бала мәйетен 22 апрелдә фатирҙа табалар. Уларҙы үҙ әсәләре һәм уның 32 йәшлек ағаһы үлтергән.
Билдәле булыуынса, малайҙар үҙ-ара шаярған һәм 5 йәшлек кесе туғандарына ҡамасаулаған.
Уларҙың береһенең башына сүкеш менән һуҡҡандар һәм ваннала батырғандар, ә икенсеһен быуғандар. Был ваҡытта кесе туғандары ла фатирҙа булған, ярай уға теймәгәндәр.
Балаларҙың ғүмерен ҡыйғас, 32 йәшлек ир күршеләрен мәйеттәрҙе күрһәтергә саҡырған. Ҡот осҡос хәлгә шаһит булыусылар полицияға хәбәр иткән.
Фото: Т. Аманов