Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель 2022, 13:53

Радий Хәбиров та диктант яҙҙы

Ә һеҙ яҙҙығыҙмы, дуҫтар?

Радий Хәбиров та диктант яҙҙы
Радий Хәбиров та диктант яҙҙы

Акцияла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм башҡа Хөкүмәт вәкилдәре лә ҡатнашты. Республика етәксеһе башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн диктантты яҙҙы.

«Башҡорт телен һаҡлау һәм өйрәтеү беҙҙең өсөн мөһим бурыс. Тап шуның өсөн үҙем дә диктант яҙырға килдем, Хөкүмәт ағзалары, министрҙар килде. Сөнки беҙҙең өсөн был уртаҡ маҡсат, бер эш», - тине ул.

Радий Фәрит улы уҙған йылдағы һөҙөмтәһе хаҡында һөйләне:

– Миңә диктантты дүрткә яҙыуымды әйттеләр. Яҡшылап әҙерләнеп өлгөрмәгәйнем, бер нисә хата ебәрҙем һәм «дүртле» алдым.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: