Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель 2022, 21:54

Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә

15-21 апрелдә Башҡортостан юлдарында пассажир автотранспорты ҡатнашлығында һигеҙ юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 12 кеше яраланған.

Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә
Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә

Ошо уҡ осор эсендә ЮХХДИ инспекторҙары 1160-тан ашыуыраҡ автобусты тикшергән, 490 протокол төҙөгән:

13 водитель пассажирҙарҙы ташыу ҡағиҙәләрен боҙоп тотолған;

41 водитель маневр ҡағиҙәләрен боҙған;

35 водитель хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәй йөрөгән;

3 водитель телефондан һөйләшкәндә тотолған һ.б. 


Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: