Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель 2022, 22:31

Муттар алһыҙ-ялһыҙ аҡса эшләй

Муттар ололарҙы ғына түгел, йәштәрҙе лә еңел генә алдай. Мәҫәлән, Өфөлә йәшәгән 22 йәшлек ҡыҙ ялған "банк хеҙмәткәренең" һүҙенә ышанып, аҡсаһын "муттарҙан һаҡлар өсөн" яҡындағы терминалға барған да, ят иҫәпкә бөтә булған аҡсаһын күсергән. Йәғни, 650 мең һумды. Аҡса күскәс кенә хаталаныуын аңлап, ул полицияға ғариза яҙырға йүгергән...

Муттар алһыҙ-ялһыҙ аҡса эшләй
Муттар алһыҙ-ялһыҙ аҡса эшләй

Өлгәре көн муттар 18 кешенең ете миллион һумдан ашыуыраҡ аҡсаһына хужа булһа, кисә мутлыҡ буйынса тағы ла туғыҙ енәйәт эше асылған - шунсама кеше үҙ аҡсаларын оятһыҙ әҙәмдәрҙең иҫәптәренә күсереп отолған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: