Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель 2022, 14:39

Өфөлә — яңы парк

Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың исемен йөрөтә.

Өфөлә — яңы парк
Өфөлә — яңы парк

Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, БР Хөкүмәте һәм баш ҡала мэрияһы етәкселәре ҡатнашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, парк 2019 йылда ташландыҡ баҡсалар биләмәһендә төҙөлә башлағайны. Бында ҡара тупраҡ килтерелде, ағастар ултыртылды, һыу тәьминәте селтәрҙәре һәм ямғыр канализацияһы төҙөлдө. Шулай уҡ сәхнә, төрлө архитектура формалары ҡалҡып сыҡты, спорт һәм ял майҙансыҡтары ҡоролдо, видеокүҙәтеү, яҡтыртыу ҡорамалдары урынлаштырылды.

Башҡортостан Башлығы сараға килгәс, иң тәүҙә паркты ҡарап сыҡты, саф һауа һуларға сыҡҡан халыҡ менән аралашты. 

«Барығыҙ ҙа иҫләйҙер, бында ташландыҡ ер ине, беҙ уны тәртипкә килтерергә ҡарар иттек һәм һөҙөмтәлә ошондай шәп парк килеп сыҡты. Уға арҙаҡлы шағир, дәүләт эшмәкәре Рауил Төхвәт улы Бикбаевтың исеме бирелеүе айырыуса ҡыуаныслы. Беҙ уның менән күптән таныш инек, бик яҡшы аралаштыҡ. Ул тыуған яғының ысын патриоты ине. Бөгөн ул да беҙҙең менән бергә ҡыуаналыр, тип уйлайым. 
Хөрмәтле Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы, Зөлхизә Төхвәт ҡыҙы! Беҙ һеҙҙе яратабыҙ һәм халыҡ шағирының иҫтәлеген хөрмәтләп һаҡлайбыҙ. Бында балалар уйнаһын, шөғөлләнһен, мәҙәниәткә ылыҡһын, әйҙә. Иң мөһиме: был парк йәштәр күпләп йәшәгән «Көньяҡ» биҫтәһе өсөн бик файҙалы. Артабан Өфө буйлап парктарҙы төҙөкләндереүҙе дауам итәбеҙ. Беҙҙең бурыс - баш ҡаланы ҙур ҡала-паркка әйләндереү», - тине республика етәксеһе.

Паркты асыу тантанаһында танылған спортсы, юлаевсы Родион Әмиров ҡатнашты. Хоккейсы ихлас халыҡ менән аралашты, автограф өләште.

«Радий Фәрит улына саҡырыуы өсөн рәхмәт. Бик матур парк килеп сыҡҡан, ошонда ял итәсәкбеҙ», - тине ул.

Республика етәксеһенә халыҡ шағирының ҡатыны Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе:

«Радий Фәрит улы, тап һеҙҙең ярҙамығыҙ менән ошо шәп парк, 102-се гимназия, урамдар Рауил Бикбаев исемен йөрөтә. Мосолман зыяратында һәйкәл ҡуйылды. Бөгөн моңһоу ҙа, ҡыуаныслы ла көн, барса халыҡ шағирын иҫкә алыу өсөн йыйылған. Ул тап ошо көндө баҡыйлыҡҡа күскәйне. Беҙ бергә 58 йыл йәшәнек, мин ғүмерем шундай шәп кеше менән үтеүенә бик шатмын. Уның тураһында хәтер һаҡлауығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә! Бында бәхетле балалар тауыштары тынмаһын», - тине Фәриҙә Бикбаева.

 

Өфөлә — яңы парк
Өфөлә — яңы парк
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: