Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель 2022, 09:59

Туған телдә диктант яҙыу — үҙе бер кинәнес

 Бөгөн республикабыҙҙа иҫтәлекле көн, туған телебеҙ — башҡорт телендә диктант яҙҙыҡ.

Туған телдә диктант яҙыу — үҙе бер кинәнесТуған телдә диктант яҙыу — үҙе бер кинәнес
Туған телдә диктант яҙыу — үҙе бер кинәнес

 

Башҡорт теле буйынса төбәк диктанты иң беренсе 2015 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология һәм журналистика факультетында филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Мәһәҙиева инициативаһы менән ойошторола. Шул ваҡыттан алып халҡыбыҙҙы берләштергән матур бер сараға әүерелә ул.  2019 йылда был диктантҡа халыҡ-ара статус бирелә, ә 2020 йылдан башлап ул башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған, башҡорт телендә иркен аралашҡан һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән кешеләр  өсөн өс вариантта ойошторола.

Телен, илен, мәҙәниәтен яратҡан һәр кем был саранан ситтә ҡалмай.  Өфө ҡалаһында  Башҡортостан Милли музейына ла тап шундай кешеләр йыйылды.  Мәҫәлән, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Илзирә Буҙыҡаева Учалынан баш ҡалаға йомош менән килгән арала ла диктант яҙыуҙа ҡатнашырға булған. “Йыл да ҡатнашмай ҡалмайым, быйыл бара алмаҫмын тип уйлағайным, бына Өфөлә  яҙырға мөмкинлек килеп сыҡты. Был сара бик оҡшай, сөнки берҙән, үҙеңде һынап ҡарарға мөмкин, икенсенән, һүҙлек байлығың арта, өсөнсөнән, нисектер үҙ телең, халҡың өсөн ғорурлыҡ тойғоһо барлыҡҡа килә. Минең 77 йәшлек әсәйем дә йыл да башҡорт телендә диктант яҙыуҙа ҡатнаша”, – ти ул.

Башҡорт дәүләт медицина университетының матбуғат бүлеге  хеҙмәткәре Нурия Кинйәбаева ла бындай сараларҙың әһәмиәтен юғары баһалай.

“Башҡорт теле буйынса диктант яҙыуҙа тәүге осорҙа гел ҡатнаша торғайным. Бик оҡшай миңә. Элегерәк башҡорт  мөхитендә эшләгәс, рәхәт кенә үҙ телемдә аралашып йөрөгәнмен. Хәҙер ҡатнаш коллективта эшләгәс, бындай аралашыу етмәй миңә. Шунлыҡтан бөгөн эш көнө булһа ла, эргәләге генә диктант яҙыу майҙанына барып килергә булдым. Бындай саралар рух, дәрт, көс өҫтәй.  Шуныһы иғтибарға лайыҡ, беҙҙең халыҡ кем булыуына, дәрәжәһенә, вазифаһына ҡарамаҫтан, бындай сараларға бик теләп йөрөй”, – ти ул.

Бөтәһе 50-нән ашыу кеше ҡатнашты.  Сараны ҡурайҙа “Урал” көйөк менән асып ебәрҙеләр. Тексты М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры артисы, Башҡортостандың  халыҡ артисы Миңзәлә Хәйруллина уҡыны.  Башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр өсөн Ҡаһым түрә тураһында өҙөк тәҡдим ителде, ә башҡорт телендә иркен аралашыусылар Р. Ғариповтың “Уйланыуҙар”  тексы буйынса диктант яҙҙы.

 Фото: Ю.Кәримов. 

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас