Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель 2022, 11:25

Бер яңлыш аҙым - ғүмерлек үкенес!

Ейәнсурала пассажирҙары менән бергә еңел машинаны һыуға батырған автоледиҙы йорт аресты шарты менән өйөнә ҡайтарғандар.

Бер яңлыш аҙым - ғүмерлек үкенес!
Бер яңлыш аҙым - ғүмерлек үкенес!

Бер ауылдан һәләк булғандарҙың барыһы ла кафела ашнаҡсы булып эшләгән: 53 йәшлек Гөлиә С., 49 йәшлек Надежда М. һәм Әлиә Н. - уға 36 йәш булған. Ғәйепләнеүсе Тахтарованың хеҙмәттәштәре менән дуҫ булыуы билдәле. Фажиғә көнөндә улар ҙур булмаған табын ойошторғандар. Шунан иптәштәренең береһе саф һауа һулап йөрөп килергә тәҡдим иткән... Автоледи ризалашҡан. Дамбаға барып еткәс автомобилде борорға уйлай, ләкин идара итеү һәләтен юғалта һәм һыуһаҡлағысҡа сығып оса. Һанаулы секундтар эсендә еңел машина һыу төбөнә киткән. Әле ғәйепләнеүсегә бик ҙур срок янай, ләкин суд уны әлегә өйөндә һаҡ аҫтында ҡалдырырға ҡарар иткән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: